Йәштәр берлектәре көс һынаша

Йәштәр берлектәре көс һынаша 25.11.2014

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы командалары араһында мини-футбол  үтте.

Әле  ойошмала республиканың 16 төбәгенән  5 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Улар тарафынан йылына тиҫтәгә яҡын мәҙәни һәм спорт сараһы үткәрелә.  Атап әйткәндә, волейбол, футбол, шахмат, шашка кеүек  бик күп спорт төрҙәре, шулай уҡ «Һылыуҡай» конкурсы, студенттарҙы беренсе курсҡа бағышлау һәм башҡалар. Мини- футболда Әбйәлил районының яҡташтар берлеге тәүге урынды яуланы.  Икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарҙы Бөрйән һәм Хәйбулла вәкилдәре бүлеште. Бынан тыш, иң мәргән уйынсы, ҡапҡа һаҡсыһы  һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Шулай ҙа   йәштәр өсөн бындай сараларҙа иң мөһиме - һау-сәләмәт тормошҡа ынтылыу, буш ваҡытты файҙалы үткәреү. Шуға ла ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр береһен еңеүсе тип атарға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика