Йүгереү сәм һәм дәрт өҫтәй 29.09.2015

Сәләмәт тормошҡа әйҙәгән, спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Милләттәр кросы» миллионлаған кешене берләштереп, матур бер байрам булып уҙа. Йәрмәкәй районында ла йүгереү буйынса ярыш йыл һайын йөҙәрләгән спортсыны  йыя. Көҙгө кросс һәр ваҡыттағыса  еңел атлетика буйынса ике тапҡыр СССР чемпионы Миңлевәсик Абдуллин призына үткәрелә.

Билдәле, данлыҡлы шәхестәр, ғәҙәттә, ауыл ерендә «ҡанат нығыта». Миңлевәсик Абдуллинға килгәндә, ул бер ҡасан да спорт мәктәптәрендә уҡымаған. Быға ул үҙаллы өйрәнгән, спорттағы бейеклектәрҙе үҙ тырышлығы, ташып торған энергияһы менән яулаған. Спорт менән әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас ҡына ныҡлап шөғөлләнә башлай. Ауылда һәм хәрби хеҙмәттә алған сынығыуы бер нисә йыл эсендә уға СССР чемпионы баҫҡысына күтәрелергә ярҙам итә.
Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылында үҫкән егет  уртаса һәм оҙон дистанцияларға йүгереүҙә юғары уңышҡа өлгәшә.  1972 йылда Ташкентта, тағы ла өс йылдан Тбилисила үткән ярыштарҙа Советтар Союзы чемпионы исеменә лайыҡ була. Был еңеүҙәрен ул үҙенең иң ҡәҙерле кешеләренә бағышлай.
Район үҙәгендә үткән көҙгө кроста һәр йылдағыса спорт һөйөүселәр ихлас ҡатнаша. Быйыл да үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн йәше лә, ҡарты ла стартҡа баҫты. Айырыуса мәктәп уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Бәйгеселәр бер, ике һәм өс километр араға йүгереүҙә етеҙҙәрҙе асыҡланы.Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә приздар һәм миҙалдар тапшырылды. Миңлевәсик Абдуллин призына үткәрелгән бындай ярыштар Йәрмәкәй районында киләсәк тә даими ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика