Велосипедта эшкә 19.05.2017

Өфө Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Бөгөн иртән күптәр автомобилдәрен өйҙәрендә ҡалдырып юлға ике тәгәрмәсле транспортта сыҡты.

Эльвина Мифтахетдинованың һәр иртәһе велосипедта йөрөүҙән башлана. Яҙҙың тәүге көндәренән, ҡар ныҡлап ятҡансы ул ике тәгәрмәсле транспортта йөрөүҙе хуп күрә. Бөгөн дә ул махус рәүештә  акцияға ҡушылам тип  юлға сыҡмаған, әммә уны хуплай.
Сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы алып барыусылары ла дәррәү күтәреп алды. «Эшкә велосипедта» акцияһына ҡушылырға әйҙәп, улар хатта махсус видеоролик та әҙерләне.
Өфөлә велосипедҡа атланыусылар йылдан-йыл арта. Әммә әлегә уны Европа илдәрендәге кеүек популяр транспорт  төрө тип әйтеүе ҡыйын. Бөтә Рәсәй акцияһы көнөндә лә күптәр рулдән төшөүҙе хуп күрмәне.
Эшкә велосипедта акцияһына тотош Рәсәй халҡы ҡушылды. Ҡатнашыусылар һаны буйынса Мәскәү, Калининград, Санкт-Петербург ҡалалары алдынғылыҡты бирмәй. Өфө исемлектә 17-се урында. Шулай ҙа халыҡтың айырым өлөшө экологик яҡтан таҙа һәм сәләмәт транспортҡа өҫтөнлөк биреүе әлбиттә, маҡтауға лайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика