Урмандар һәм тауҙар аша

Урмандар һәм тауҙар аша 15.09.2015

Сибайҙа автоһәүәҫкәрҙәр юлһыҙ ерҙәр буйлап ярышҡа сыҡты.

Үҙенсәлекле ярыш мото-джип-триал тип атала.  Сараға  соҡорло  урындарҙа йөрөүгә махсуслаштырылған автомобилдәр водителдәре,  велосипедтар һәм квадроциклдар хужалары йәлеп ителгән. Ярыш трассаһы Сибай янындағы Бүләк күле эргәһендә һалынған. Элек бында ҡала мотокроссы ойошторолоп килгән.  Маршруттың оҙонлоғо 1 километр тирәһе, ярышта ҡатнашыусыларҙың йәше 18-ҙән  кәм булырға тейеш түгел, шулай уҡ водитель таныҡлығы ла мотлаҡ. Был юлы үҙ көсөн 15 кеше һынап ҡарарға теләк белдергән. Транспорт саралары,  ҡеүәтенә ҡарап төрлө төркөмдәргә бүленгән.  Водителдәр әйтеүенсә,  юлһыҙ ерҙәр буйлап ярышҡа транспортты махсус әҙерләү мотлаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика