Урланған еңеү

Урланған еңеү 27.10.2014

«Өфө» клубы етәксеһе Шамил Ғәзизов ЦСКА менән уйындан һуң шулай тип белдерҙе. Уның фекеренсә, өҫтәмә ваҡытта тәғәйенләнгән пенальти тулыһынса баш судъя намыҫында.

Осрашыуға килгәндә, яҡташтарыбыҙ иҫәпте 12-се минутта уҡ  асты. Уңышҡа Фелисио Форбс өлгәште. Әммә тәнәфес алдынан дәғүәселәр яуап тубы индерҙе. Күп кенә белгестәр был ваҡытта Василий Березуцкий тупҡа ҡулы менән ҡағылған тигән фекерҙә. Икенсе таймда  Вәғиз Ғәлиуллин тырышлығы менән «Өфө» клубы йәнә алға сыҡты. Ләкин бер нисә минуттан  армеецтар пенальтиҙан иҫәпте тигеҙләне. Уйын аҙағында Игорь Колыванов дружинаһы  өсөнсө тапҡыр уңышҡа иреште. Инде еңеү ҡулда тигәндә, арбитр  яҡташтарыбыҙ ҡапҡаһына бәхәсле пенальти тәғәйенләне.  Дәғүәселәр бындай мөмкинлекте оҫта файҙаланды. Көсөргәнешле матч 3;3 иҫәбе менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку