Ҙур иҫәп менән еңеү 03.11.2015

Бөгөн Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары үҙ майҙанында Ҡазандың «Барс» клубын тар-мар итте.

Тәүге ике осорҙа ҡунаҡтар яҡташтарыбыҙға ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте. Әммә уйындың өсөнсө өлөшөндә Константин Полозов тәрбиәләнеүселәре бер-бер артлы дүрт шайба индереүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә осрашыу 6-1 иҫәбе менән тамамланды. Был уңыштан һуң Башҡортостан командаһы бер юлы алты баҫҡысҡа юғарыға үрмәләне. Әле улар 35 мәрәй менән бишенсе урында.  Киләһе уйынын Нефтекама хоккейсылары кесаҙна Әлмәттең «Нефтсе» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика