Учалылар дөйөм көс менән үҫеш юлында бара! 06.08.2016

2014 йылда районда «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы буйынса 18 проект тормошҡа ашырыла. 25 миллион 600 мең һумлыҡ финанс ярҙамға ауылдарҙа юлдар, һыу менән тәьмин итеү системалары һәм башҡа социаль объекттар төҙөкләндерелә. Шулай уҡ ҡалала яңы универсаль спорт майҙансығы булдырыла. Ғөмүмән, урында физик культураға иғтибар йылдам арта ғына. Саңғы-роллер трассаһының барлыҡҡа килеүе лә быға ишара.

Йәш саңғысылар тренерҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һала, күнекмәләрҙе теүәл һәм ваҡытында үтәгәндә генә ярыштарҙа еңеү яуларға мөмкин. Учалыла былтыр сафҡа индерелгән саңғы-роллер трассаһы ла спортты үҙ итеүселәргә яңы мөмкинлектәр асты тиһәк хата булмаҫ. Километр ярым араны саңғыла үтергә теләүселәр һаны артҡан. Ҡыуанысҡа күрә, был объект яҡтыртыу системаһы менән дә ҡулайлаштырылған.
Саңғы-роллер трассаһында йәйгеһен дә күнекмәләр ойошторола. Әйткәндәй, 7 миллион һумлыҡ спорт объекты «Урындағы башланғыстар нигеҙендә Башҡортостандың ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү проекты»н тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләгәйне. Төҙөлөш төбәк бюджетынан тыш, ҡала хакимиәте һәм урындағы предприятиелар иҫәбенә финанслана. Учалы халҡы ла  үҙ өлөшөн индерә - битараф булмаусыларҙан 800 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Иң мөһиме - был изге башланғысҡа балалар һәм үҫмерҙәр ҡыуана.
Трассаны тағы йөҙ метрға тиклем киңәйтеү ҙә ҡаралған. Әлегә ҡырсынташ һалынған, асфальт түшәргә ҡалған. Шулай уҡ спорт объекты янында яңы биналар төҙөү ҙә планлаштырыла, унда ҡышын саңғысылар йылынып, сәй эсеп сыға аласаҡ.
2014 йылда ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында ла яңы универсаль спорт майҙансығы булдырыла. Өс миллион һумлыҡ объект «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһына ярашлы сафҡа индерелә. Әлегә бында яҡтыртыу системаһы менән тәьмин итеү мәсьәләһен генә хәл итергә ҡалған. Үҫмерҙәр һәм йәштәр кисен дә күнекмәләр яһарға теләй.
Универсаль спорт майҙансығының ыңғай яҡтары бихисап. Ҡышын бында сәкән һуғыусылар йыйыла. Төрлө турнирҙар ойошторола.
Быйыл да учалылар «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» республика программаһында еңеп сығырға ниәтләй. Ҡала пляжын төҙөкләндереү идеяһы менән яналар. Әлегә конкурсҡа барлыҡ документтар ҙа тапшырылған, изге ниәт тормошҡа ашырмы-юҡмы - август аҙағында билдәле буласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика