Учалыла яңы саңғы-роллер трассаһы асылды

Учалыла яңы саңғы-роллер трассаһы асылды 09.11.2015

7 миллион һумлыҡ спорт объекты «Урындағы башланғыстар ярҙамында Башҡортостандың ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү проекты» республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Уны сафҡа индереүҙә төбәк бюджетынан тыш, ҡала хакимиәте һәм урындағы предприятиеларҙан да аҡса бүленә. Учалы халҡы ла ситтә тороп ҡалмай, бер нисә ай эсендә битараф булмаусыларҙан 800 мең һум аҡса йыйыла. Әйткәндәй, яңы саңғы-роллер трассаһының оҙонлоғо 1,5 километрға етһә, киңлеге - 4,5 метр. Күнекмәләр өсөн ҡулай урын сәләмәт тормош яҡлылар сафын арттырыр тигән ҡарашта,- муниципалитет вәкилдәре.  

Ирек Таһиров, спорт инструкторы: «Изге башланғыс урында спортҡа, бигерәк тә тау саңғыһы ярышына ҡарата иғтибарҙы арттырыр тигән өмөттәбеҙ. Бында кесеһе лә, олоһо ла йөрөйәсәк. Саңғыла ғына түгел, саналар ҙа ла шыуасаҡтар. Күреп торорһоғоҙ: был урындан кеше өҙөлмәйәсәк. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика