«Торос» хоккейсыларына Братина кубогының ярымфиналына сығыу өсөн тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды 19.03.2015

Кисә яҡташтарыбыҙ Пермдең «Молот-Прикамье» клубын 4-1 иҫәбенә ҡыйратты. Шулай итеп сериялағы иҫәп Нефтекамалар файҙаһына 3-1

Һуңғы осрашыуға килгәндә, иҫәпте Нефтекамалар беренсе осор аҙағында асты. Уңышҡа буллитта йәш хоккейсы Александр Степаненко өлгәште. Ошо уҡ уйынсы тәнәфестән һуң тағы ла бер шайба индерҙе. Артабан  Илья Бочков ҡунаҡтар ҡапҡаһы артында өсөнсөгә ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Был голдан һуң ғына дәғүәселәр иҫәп айырмаһын кәметеүгә иреште. Шулай ҙа нефтекамаларҙың иң мәргән хоккейсыһы Василий Мордвиновтың шайбаһы  «Торос»  клубына 4-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.  Был уңыштан һуң яҡташтарыбыҙ серияла 3-1 иҫәбе менән алға сыҡты. Уларға ярымфиналға сығыу өсөн тағы ла бер еңеү талап ителә. Киләһе уйын 21 мартта Пермдә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика