Тольяттиҙа көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты үтте 13.12.2016

Бәйгелә илдең 30 төбәгенән 200-гә яҡын спортсы көс һынашты. Йылдағыса мәртәбәле ярыштарҙа Башҡортостан вәкилдәре һынатманы. Яҡташтарыбыҙ икешәр алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы.

Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Рәсәй чемпионы исеменә Рәмил Ғәлимов менән Артур Зөлҡәрнәйев лайыҡ булды. Шулай уҡ икенсе баҫҡысҡа Илнур Ибраһимов менән Наил Мөхмәтәйәнов күтәрелде. Ә инде Айгиз Зәйнетдинов менән Айнур Һыртаев өсөнсө урында. Бынан тыш, спорттың был төрөндә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн республиканың милли көрәш федерацияһы етәкселәре һәм тренерҙары көмөш билдәләр менән бүләкләнде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика