Тарихи уйын 19.10.2016

Ярты быуаттан ашыу тарихҡа эйә булған «Салауат Юлаев» клубы бөгөн тәүге тапҡыр Ҡытай командаһы менән көс һынашты. Континенталь хоккей лигала быйыл ғына сығыш яһай башлаған «Куньлунь Ред Стар» хоккейсылары үҙ боҙонда юлаевсыларҙы ҡабул итте.

Шуны билдәләргә кәрәк, сит ил коллективын Башҡортостан көйәрмәндәренә яҡшы таныш Владимир Юрзинов етәкләй. Тап уның ҡулы аҫтында Өфө клубы 2014 йылда Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалына лайыҡ булды. Бөгөнгө осрашыуға  килгәндә, әллә ваҡыт арауығы, бәлки оҙайлы юл Игорь Захаркин тәрбиәләнеүселәренә көслө уйын күрһәтергә мөмкинлек бирмәне. Һөҙөмтәлә улар 3-2 иҫәбенә отолдо. Юлаевсыларҙан шайбаларҙы Кирилл Капризов менән Теему Хартикайнен индерҙе. Артабанғы уйынын «Салауат Юлаев» хоккейсылары 21 октябрҙә Владивостокта урындағы «Адмирал» клубына ҡаршы үткәрә. Әйткәндәй, моряктар бөгөн көнсығыш конференция лидерҙарының береһе, Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһын 3-0 иҫәбенә ҡыйратты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика