Суперлига командалары араһында волейбол буйынса Рәсәй чемпионатының икенсе тур уйындары үтте 09.10.2014

Өфөнөң «Урал» клубы үҙ майҙанында Ҡазандың «Зенит» волейболсыларын ҡабул итте.

Яҡташтарыбыҙ дәғүәселәргә өсөнсө партияла ғына ҡаршылыҡ күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар 3:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Йәкшәмбе яҡташтарыбыҙ Яңы Уренгойҙа урындағы «Факел» клубы менән осраша.

Ә бына «Толпар» командаһы күрше республика вәкилдәренән икенсе уйында ла көслөрәк булып сыҡты. Йәш хоккейсыларыбыҙҙың «Ирбис» клубы менән осрашыуы 5:4 иҫәбе менән тамамланды. Һуңғы шайбаны Степан Хрипунов финал сиренаһына 49 секунд ҡалыуға индерҙе. Венер Сафин дружинаһы киләһе уйынын 12 октябрҙә Түбәнге Каманың «Реактор»ына ҡаршы үткәрә. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика