Спорт һөйөүсе гүзәл заттар

Спорт һөйөүсе гүзәл заттар 08.11.2014

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда төрлө спорт ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юғары әүҙемлек күрһәтә. Улар ҡатнашлығындағы бәйгеләр айырыуса ҡыҙыу үтә.  

Күгәрсен районында республиканың 13 районынан  ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса ярыш башланды. Ҡатнашыусыларҙың кәйефтәре көр, һәр ҡайһыһы еңеү яулау маҡсаты менән яна.  Ярыштар балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Мораҡтың 1-cе урта мәктәбе һәм район мәҙәниәт һарайы спорт залдарында уҙа.  Әйтергә кәрәк, спорт тик еңеүҙәрҙәң генә тормай, кемдер еңә, кемдер еңелә, ҡыҙҙар быға артыҡ күңел төшөрмәй.  Мәҫәлән, Хәйбулла районынан килеүсе бер туғандар Илмира һәм Динара Ишемовалар әйтеүенсә, улар спорт менән бәләкәйҙән шөғөлләнә. Волейбол уйынына килгәндә, был спорт төрө берләштерә, командала эшләргә ярҙам итә, тормошта ла кәрәкле, ти сәләмәт тормош алып барыусылар.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика