Шаран районында урындағы инвалидтар ойошмаһы төҙөлә 20.01.2015

Рәсми теркәү сараһы февралгә тәғәйенләнһә лә, йәмғиәт ағзалары  район хакимиәте менән берлектә эш башлаған да инде.

Күптән түгел улар Шаран районының Йәштәр һарайына  инвалидтар араһында спорт турнирына йыйылды. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр шашка, шахмат, дартс һәм пневматик ҡоралдан атыуҙа көс һынашты. Яңы ойошма район биләмәләрендә йәшәүсе ике меңгә яҡын кешене берләштерәсәк. Төп маҡсат - мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тулы ҡанлы тормош менән йәшәү, аралашыу, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырыу.  Йәмғиәт төҙөргә ҡарар итер алдынан, ойоштороусылар Туймазы һәм Өфө ҡалаларының инвалидтар ойошмалары эшмәкәрлеге менән танышҡан.  Баш ҡалала теркәү үткәс, ойошма ағзаларын яңы эш, маҡсаттар көтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика