«Салауат Юлаев» клубы мәктәбенең 2005 йылғы хоккейсылары бөгөн Омскиҙа барған «Газпром нефть Кубогы»ның ярымфиналына сыҡты 21.04.2016

Сирек финалда йәш юлаевсылар Түбәнге Каманың «Нефтехимиг»ын булиттарҙа 6-5 иҫәбе менән еңде.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, турнирҙың тәүге көнөндә Андрей Дәүләтов менән Дмитрий Калачёв тәрбиәләнеүселәре «Себер» хоккейсыларын 6-5 иҫәбенә отҡайны, ә бөгөн иртән  Екатеринбургтың «Автомобилист» клубынан 1-3 иҫәбенә еңелде.

Ярымфиналда яҡташтарабыҙ Омскиҙың «Авангард»ы менән осраша. Был уйын иртәгә иртәнге сәғәт ун тула 15 минутта башлана. Икенсе парҙа «Трактор» менән «Автомобилист» көс һынаша. Быйыл унынсы тапҡыр ойойшторолған «Газпром нефть Кубогы» Европала 11 йәшлек үҫмерҙәр араһында үткән  иң мәртәбәле турнирҙарҙың береһе. КХЛ-дың 30-ға яҡын балалар командаһы ҡатнашҡан ярышты   Омск һәм Сочи ҡалалары ҡабул итә. Көнсығыш һәм көнбайыш конференцияларҙа еңеү яулаусылар кубок хужаһын 24-се апрелдә үтәсәк суперфиналда  асыҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика