«Салауат Юлаев» клубы Алыҫ Көнсығыш төбәктәрҙәге сәфәрен еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» клубы Алыҫ Көнсығыш төбәктәрҙәге сәфәрен еңеү менән тамамланы 21.10.2016

Бөгөн юлаевсылар Владивостокта «Адмирал» хоккейсылары менән осрашты. Уйын Башҡортостан командаһы өҫтөнлөгө менән башланды. Һөҙөмтәлә Игорь Макаров иҫәпте өсөнсө минутта уҡ  асты. Ә инде тәнәфестән һуң  Денис Бодров икенсе шайбаны индерҙе. Был уңыштан һуң хужалар ҡунаҡтарҙың тынысланыуын файҙаланып, иҫәптәр айырмаһын кәметә алды.

Өсөнсө осор аҙағында моряктарҙың ике уйынсыһы штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Күп кенә көйәрмәндәр яҡташтарыбыҙҙың бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫына өмөт иткәйне. Әммә Владивостоктар үҙ ҡапҡыһын «ҡоро» һаҡлап ҡына ҡалманы, өсәүләп иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Күпте күргән көйәрмәндәр ҙә бындай хәлде әлегә тиклем күргәне булмағандыр. Өҫтәмә биш минут ваҡытта еңеүсе асыҡланманы. Ә бына буллиттар серияһында Максим Майоров «Салауат Юлаев» клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Киләһе уйынын юлаевсылар 26 октябрҙә Омскиҙың «Авангард» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика