Салауат районының Арҡауыл ауылында Милли көрәш буйынса «Башҡортостан» гәзите Кубогына II асыҡ республика турниры үтте 20.10.2014

Арҙаҡлы көрәшсебеҙ Харис Йосоповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған ярыш халҡыбыҙ асылының иң төп һыҙаттарының береһе - батырҙарҙы асыҡлау, уларҙы данлау һәм ололау, изге йолабыҙҙы һаҡлау, уны үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Көсөргәнешле бәйгелә  республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәренән тыш, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан батырҙар бил һынашты.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Салауат районы командаһы лайыҡ булды. Улар «Башҡортостан» гәзитенең күсмә Кубогы менән бүләкләнде һәм киләһе йыл мәртәбәле бәйгене тағы ла үҙҙәрендә ҡабул итеү хоҡуғын яуланы. Ә шәхси беренселектә абсолют чемпион тип Мәләүездән Мансур Юлтимеров танылды. Уға көрәш тарихында беренсе тапҡыр билбау тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика