Салауат районы Арҡауыл ауылында танылған көрәшсе, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир үтте 26.10.2015

Быйыл етенсе тапҡыр ойошторолған ярышта  республика район-ҡаларынан, күрше Силәбе өлкәһенән килгән көрәшселәр бил һынашты.  Майҙанға ололар менән бер рәттән кескәй бәһлеүәндәр ҙә сыҡты.

Арҡауылдың «Йүрүҙән» спорт комплексында барлығы 8 комплект миҙал уйнатылды. Үҫмерҙәр араһында шәхси беренселектә 45 килограмға тиклем ауырлыҡта Салауат районынан Батыр Мөхәмәҙиев, 55 килограмғаса ауырлыҡта Стәрлетамаҡтан Динар Саниев, башҡа ауырлыҡ категорияларында Ауырғазынан Алмаз Бәхтигәрәев һәм Октябрьскийҙан Фәрхәт Ильясов еңеүсе тип табылды. Ололар араһында Харис Йосоповтың яҡташтарына етеүсе табылманы. Альберт Ниғәмәзов, Редан Хажиморатов, Илнур Ғәйнанов һәм Айгиз Заһретдинов турнирҙа дәғүәселәренә бил бирмәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика