Сәләмәт булғың килһә, йүгер! 07.03.2015

Күршеләреңә өлгө бул! Ғинуарҙа баш ҡалала яңы акция старт алғайны.

Уның буйынса теләгән һәр кем яҡында йәшәгән танышын саф һауала күнекмәләр эшләргә саҡырырға тейеш. Күршеләр менән бергә йүгерергә кәрәк тигән уй Өфө егете Азат Мәһәҙиевҡа килә. Һәр иртә ул Рыльский урамында дуҫтары, таныштары менән бергә йыйыла. Тәүҙә бер үҙе генә йүгерә башлаһа, хәҙер акцияла ҡатнашыусылар һаны утыҙҙан ашҡан. Егет үҙе йәшәгән биҫтәлә флешмобта ҡатнашырға әйҙәүсе иғландар йәбештереп сыҡҡан, интернетта ла әүҙем эш алып бара. Баш ҡала хакимиәте был башланғысты хуплап сыҡҡан, тиҙҙән ҡала урамдарында сәләмәт тормошто пропагандалаусы социаль рекламалар барлыҡҡа киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика