Өс аҙналыҡ тәнәфестән һуң Рәсәй Премьер-лигаһының 10-сы тур уйындары үтте

Өс аҙналыҡ тәнәфестән һуң Рәсәй Премьер-лигаһының 10-сы тур уйындары үтте 20.10.2014

«Өфө» клубы үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Торпедо» командаһы менән осрашты.

Ике яҡ та быйылғы миҙгелә генә илдең иң көслө лигаһында сығыш яһай башланы. Әгәр ҙә яҡташтарыбыҙ сағыштырмаса яҡшы уйын күрһәтһә, дәғүәселәр бөтөнләй артта һөйрәлеүселәр араһында килә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн Игорь Колыванов дружинаһы өс мәрәй яулай алманы.  Иҫәпте Өфө футболсыһы Харис Ханджич асһа ла, ҡунаҡтар уйындың һуңғы минуттарында яуап тубы индерә алды. Һөҙөмтәлә осрашыу 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе турҙа Башҡортостан командаһы  Мәскәүҙең ЦСКА клубын ҡабул итергә тейеш. Әммә 26 октябрҙә үтәсәк уйын билдәле сәбәптәр менән Пермь ҡалаһында уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика