Республиканың баш ҡалаһы йәнә иң көслө йәш хоккейсыларҙы ҡабул итә

Республиканың баш ҡалаһы йәнә иң көслө йәш хоккейсыларҙы ҡабул итә 22.07.2014

Үткән йыл Өфөлә Йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтһә, быйыл беҙҙең боҙҙа клубтар араһында донъя кубогы беренселеге үтә.

Миҙалдар өсөн Рәсәй, Европа, Төнъяҡ Америка лигалары еңеүселәре көрәшәсәк, улар араһында Өфөнөң "Толпар"ы һәм Мәскәүҙең үткән уйын миҙгелендә Харламов кубогын яулаусы "Спартак" клубы. Турнирҙа барлығы 10 команда ҡатнаша.

Виктор Макин, ойоштороусы: «Әлегәсә ярышта Канаданың ҡайһы клубы уйнаясағы билдәһеҙ ине. Ахыр сиктә турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғын Канаданың, тәржемә иткәндә, "Тауышлы бөркөттәр" клубы яуланы».

Әле баш ҡалала сараға әҙерлек эштәре дауам итә. Йәштәр хоккей клубтары араһында турнир 22 августа башлана. Матчтарҙы беҙҙең телеканал тура эфирҙа күрһәтәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку