Премьер-лига командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионатының 27-се туры старт алды 07.05.2016

«Өфө» футболсылары был юлы Һамарҙа урындағы «Крылья Советов» менән осрашты. Уйындың яҙмышын берҙән-бер гол хәл итте. Етенсе минутта уҡ Павел Яковлев  индергән туп дәғүәселәргә 1-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Өфө» клубының  Премьер-лиганан төшөп ҡалыу ихтималлығы һаман да юғары. Сөнки улар 24 мәрәй менән турнир таблицаһының 13-сө баҫҡысын ғына биләй. Чемпионат аҙағына  тиклем Башҡортостан командаһына тағы ла өс уйын үткәрергә ҡалды. Әммә уларҙың береһе - Рәсәй чемпионы өсөн көрәш алып барыусы Мәскәүҙең үҙәк армия клубы.  Шуға ла 11 майҙа Өфөлә үтәсәк осрашыуҙа яҡташтарыбыҙға мәрәйҙәр яулау ауырға тура киләсәк. Бынан тыш, Евгений Перевертайло  тәрбиәләнеүселәре  тағы ла «Амкар» һәм «Спартак» командалары менән көс һынаша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика