Нефтекамала велосипед спортын яратыусылар араһында маунтинбайк буйынса ярыштар үтте

Нефтекамала велосипед спортын яратыусылар араһында маунтинбайк буйынса ярыштар үтте 06.08.2014

Унда тау велосипеды булған һәр кем ҡатнаша алды. Сарала күрше Ағиҙел һәм башҡа ҡалаларҙан да ҡатнашыусылар булды.

Тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ярышта ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ. Был инде халыҡтың тау велосипедына булған ҡыҙыҡһыныуы артыуына ишара. Шуға күрә әлеге спорт төрө буйынса  күләмле ярыштар  үткәреү мөһим, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Спортсылар йәш категорияларына бүленеп уҙышты. Ветерандар һәм 14 йәшкә тиклемгеләр 2 километр 700 метрлыҡ трассаны дүрт тапҡыр ураһа, ҡалғандар был арауыҡты һигеҙ тапҡыр үтте.
Игорь Серебрянников, велосипед спорты тренеры: «Ярыштарҙы спорт тип әйтмәҫ инем. Һәр кем хәленә ҡарап дистанцияны үтә. Беҙҙең маҡсат - көслөләрҙе асыҡлау түгел, ә спорт төрөнә, сәләмәт тормошҡа тағы ла күберәк халыҡты йәлеп итеү».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика