Мауыҡтырғыс уйын

Мауыҡтырғыс уйын 17.01.2015

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары  Новособирскиҙа урындағы «Себер» клубы менән көс һынашты.

Дәғүәселәр өсөн быйылғы миҙгел айырыуса уңышлы үтә. Сөнки улар көнсығыш дивизионда лидерҙар рәтендә бара. Бөгөнгө уйын алдынан да күп кенә хоккей белгестәре еңеү майҙан хужалары яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Әммә юлаевсылар был күҙаллауҙарҙың киреһен иҫбатланы. Иҫәпте  «Себер» хоккейсылары асһа ла, артабан уңышҡа яҡташтарыбыҙ ғына өлгәште. Һөҙөмтәлә, осрашыу «Салауат Юлаев» клубы файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланды. Шайбаларҙы Антти Пильстрем, Теему Хартикайнен һәм ике тапҡыр Антон Слепышев индерҙе. Киләһе уйынын Владимир Юрзинов дружинаһы дүшәмбе Астананың «Барыҫ» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика