Хеҙмәткә һәм обороноға әҙер бул!

Хеҙмәткә һәм обороноға әҙер бул! 20.09.2014

Ил буйлап физик әҙерлек нормативтарын тапшырыу эстафетаһы дауам итә. Бөгөн үҙ көсөн Өфө районы бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һынаны. Программала йүгереү, турникта күтәрелеү, алыҫлыҡҡа һикереү, мылтыҡтан атыу кеүек спорт ярыштары ҡаралғайны.

Егеттәр финиш һыҙығына ташланған кеүек үк, сәләмәт тормошҡа ынтыла Өфө районы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре. Бында һәр төрлө һөнәр эйәләре бар. Фәүизйән Фәхретдинов мәҫәлән, мәктәптә водитель булып эшләй. Ул совет осоронда хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын тапшырып гер күтәреү буйынса спорт мастерлығына кандидат исемен дә алған. Бөгөн дә уға был дисциплинала тиңләшеүсе булманы.
Физик күнекмәләр буйынса нормативтарҙы тапшырыуҙан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмай. Улар өсөн тик талаптар ғына башҡасараҡ. Ғөмүмән, төп күрһәткес булып һынау үтеүсенең йәше тора. Ирҙәр һәм ҡатындар йәш буйынса 10 категорияға бүленә. ГТО нормативтарын тапшырыу 70 йәштән үтеүселәр өсөн дә ҡаралған. Ололарҙы күреп, йәштәр ҙә сәләмәт тормош һайлар тип ышана ҡатнашыусылар.
Бәйгелә Өфө районының 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар өсөн төрлө һынауҙар әҙерләнгәйне. Һәр ҡатнашыусының һөҙөмтәләре теркәлеп барҙы. Киләсәктә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын тапшырыусыларға значоктар тапшырыу ҡаралған.
Әлегә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын тапшырыу мотлаҡ түгел. Ләкин инде киләһе йылда хәрәкәткә белем  усаҡтары һәм төрлө учреждениелар ҡушылыр тип көтөлә. Шуға күрә лә быға әҙер булырға кәрәк. Ярай ҙа, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү өсөн махсус шарттар кәрәкмәй, бының өсөн мөмкинлектәр һәр ихатала бар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку