Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул 04.03.2016

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусылар ГТО нормалары тапшырҙы. Улар физик әҙерлектәрен саңғыла йөрөү, йөҙөү, пневматик атыш, оҙонлоҡҡа һикереү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса  һынаны.

Йыл аҙағында Баймаҡта ГТО нормативтарын тапшырыу үҙәге сафҡа ингәйне. Бөгөнгө көндә урындағылар   үҙҙәренең   физик торошон  тикшереү йәһәтенән бик әүҙем шөғөлләнә. Үткән аҙнала үҙәктә  ике көн дауамында ҡышҡы фестиваль булып үтте, бында райондан барлығы 8 команда йыйылды. Улар  спорттың 7 төрө буйынса  ГТО нормаларын тапшырып, үҙенең спорт яғынан һәләтен, булдыҡлылығын тикшереп ҡараны.
«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!» комплексы ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында халыҡ араһында билдәлелек яулап өлгөрә.  Шуныһы ҡыуаныс, бында   йәше лә ҡарты ла бик әүҙем шөғөлләнә. Уҡыусыларҙа ҙур кинәнес менән ошондай ярыштарҙа үҙҙәрен һынай, улар әйтеүенсә спорт менән дуҫ  булыу һәр саҡ ярҙам ғына итәсәк.
Белеүебеҙсә, ГТО программаһы 1931 йылда ҡабул ителә һәм ул 1991 йылға тиклем уңышлы эшләп килә. Ошо ваҡытта норманы яҡшы үтәгәндәргә махсус танытмалар, билдәләр  тапшырылған. Был тормошта барыһы ла килеп китеүсән һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, якшы өлгөләр кире кайтыусан.  Ниһайәт спорт менән даими шөғөлләнеү, уны тормошобоҙҙон айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләндереү талаптары ҡайтанан тергеҙелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика