Хәйбулла районында мөмкинлектәре сикләнгән оло быуын вәкилдәре араһында балыҡсылар ярышы үтте

Хәйбулла районында  мөмкинлектәре сикләнгән оло быуын вәкилдәре араһында балыҡсылар ярышы  үтте 03.03.2017

Йыл һайын ойошторолған сарала өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты.

Риф Мансуров балыҡҡа йыш йөрөй. Ҡышҡы селлә  тиһеңме, йәйге томра булһынмы  мауыҡтырғыс шөғөлөнән айырылмай.  Йылдар буйына тупланған тәжрибә үҙенекен итә, ярыш барышында ҡапҡан тәүге балыҡ  уныҡы булды.
Ярышта ҡатнашыусылар өсөн өйҙәренә балыҡ алып ҡайтыу маҡсат түгел. Иң мөһиме- ял сәғәттәрен файҙалы  һәм күңелле итеп үткәреү.
Спорт балыҡсылығы табыш алыу сараһы түгел, ә башҡа балыҡсылар менән түҙемлелектә, таһыллыҡта көс һынашыу.  Латиповтар ғаиләһе ярышҡа бергәләп килгән.
Һауа торошо боҙолоп торғанда, балыҡ тотоу - бер ни тиклем хәүефле шөғөл, һаҡ булырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәге боҙ көҙ - көҙгө, яҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булғанда ла «балыҡ» сире йоҡторғандар ҡармағынан айырылмай. Ярыш барышында  иһә иң күп балыҡ тотоусы тип  Степной ауылынан Айтуған Ҡыуатов табылды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында  беренселекте Хөмәйрә Латипова яуланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика