Кешегә йыр ғына түгел, спорт та йәшәргә һәм эшләргә ярҙам итә 30.04.2015

Был әйтемдең дөрөҫлөгөн раҫлаусылар араһында етәксе вазифала эшләүселәр ҙә бар. Әйтәйек, Ҡариҙелдә хакимиәт башлығы призына үткәрелгән бокс ярыштарында район етәксеһе үҙе лә рингҡа сыҡты. Ярыш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды.

Тәүәкәл холоҡло атай үҙ улына «туҡмалып өйрәнергә» кәңәш итеүсән. Был һүҙҙәрҙе, әлбиттә, тура мәғәнәһендә аңлау дөрөҫ түгел. Иң отошло юл спортталыр, моғайын.
Алик Гәрәев, бокс ярышында ҡатнашыусы: «Минеңсә, был иң яҡшы спорт төрө. Характерҙы нығыта, үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй. Ә инде үҙеңә ышаныу уңышлы кеше булырға ярҙам итә».
Был инде спорттағы, образлы итеп әйткәндә, «зубр»ҙарҙың береһе, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин.
Илдар Ғарифуллин бокс менән 12 йәштән шөғөлләнә. СССР-ҙағы тәүге спорт мастерҙарының береһе Рауил Үтәшев етәкселегендәге секцияға йөрөгән.
Илдар Ғарифуллин, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы: «Был эшкә тағы ла күберәк күп көс бирә. Рәсәй Президенты ла, Республика башлығы ла спортта яҡшы өлгө күрһәтәләр. Спорт менән һәр кем шөғөлләнергә тейеш. Кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу буйынса амбициоз проектыбыҙ бар.Уны үтәргә тырышасаҡбыҙ».
Призлы урындар өсөн был көндө ринг хужаларынан тыш Туймазы, Нуриман һәм Көйөргәҙе боксерҙары ла көс һынашты. Көсөргәнешле барған ярыштарҙа еңдем тип ҡупырайыусылар ҙа, еңелдем тип танау төшөрөүселәр ҙә булманы. Бәйге Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын данлау рухында барҙы.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика