Карта менән компас - йүнәлеш биреү буйынса үткән ярыштарҙа Иглин спортсыларының төп ҡоралына әйләнде

Карта менән компас - йүнәлеш биреү буйынса үткән ярыштарҙа Иглин спортсыларының төп ҡоралына әйләнде 26.05.2017

Сыҙамлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәтеүсе сара быйыл райондың ике йөҙгә яҡын мәктәп уҡыусыһын берләштерҙе. Улар төрлө дистанцияларға йүгереү, команда ойоштороу буйынса көс һынашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Иглин ауылының 1-се һәм 4-се урта мәктәптәре уҡыусыларына етеүселәр булманы. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ярышты ойоштороусылар әйтеүенсә, йәйгеһен йәш быуынды физик яҡтан сыныҡтырыуға бәйле төрлө саралар уҙғарыу күҙаллана.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика