Ике яҡлы килешеүгә ярашлы, «Салауат Юлаев» клубының генераль менеджеры Олег Гросс вазифаһынан бушатылды

Ике яҡлы килешеүгә ярашлы, «Салауат Юлаев» клубының генераль менеджеры Олег Гросс  вазифаһынан бушатылды 22.12.2014

Был турала юлаевсыларҙың рәсми сайты хәбәр итте.  Олег Иаганесович Өфөлә 2006-сы йылдан эшләне. Уның тырышлығы менән төп команда ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, бронза һәм көмөш миҙалдар яуланы.

Бер үк ваҡытта «Толпар» менән  «Ағиҙел» командаларының уңышында ла Олег Гросстың индергән өлөшө ҙур. Әммә быйылғы миҙгелдә юлаевсылар үҙ көйәрмәндәрен яҡшы уйындары менән әллә ни ҡыуандыра алманы. Ҡайһы берәүҙәр уңышһыҙлыҡта баш тренер менән генераль менеджер араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ сәбәпсе булыуын фаразланы. Бәлки тап шуның өсөн дә клуб етәкселеге ошондай аҙымға барған тигән имеш-мимештәр ҡуйырҙы.  Нисек кенә булмаһын, һуңғы үҙгәрештәр  «Салауат Юлаев»  хоккейсыларының  турнир таблицаһындағы хәлен бер аҙ яҡшыртырға мөмкинлек бирер. Генераль менеджерлыҡҡа кем тәғәйенләнере әлегә билдәһеҙ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика