Иглин районының спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт ярыштары уҙҙы 05.12.2016

Бәйгелә ҡатнашыусылар спорттың бер нисә төрө буйынса көс һынашты. Баскетбол кәрзиненә туп ташлау, армспорт, дартс, шафлборд, шашка һәм шахмат турнирҙары - уларҙың һәр ҡайһыһында үҙ еңеүселәре асыҡланды.

Һуңғы йылдарҙа райондың мөмкинлектәре сикләнгән спортсылары республика һәм Рәсәй чемпионаттарынджа әүҙем ҡатнаша. Тәүге сынығыуҙы улар ошондай сараларҙа ала.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында эштең әүҙемләшеүенә районда инвалидтар йәмғиәте бүлексәһен төҙөү ҙә булышлыҡ итә. Ойошма етәкселәре сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау менән генә сикләнмәй. Төп маҡсаттары - ауыр тормош хәленә тарыусыларҙы яңғыҙ ҡалдырмау.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика