Иң етеҙ йылҡы Иглин районынан 13.08.2016

Бөгөн «Аҡбуҙат» ипподромында тоҡомло аттар ярышы үтте. Бәйгелә тиҫтәләп заезда өс төр тоҡом ҡатнашты.

«Керлин мун, Лизетта, Бөркөт, Аҡбуҙат» тип ҡысҡырып, үҙҙәренең күңеленә ятҡан аттар өсөн көйәрмәндәр, үҙ-ара бәхәсләшеүселәр араһында тыныс ҡына ултырыу мөмкин дә түгел. Башҡорт, юртаҡ, менге тоҡомло аттар ун төрлө заездта һынау тотто. Башҡорт тоҡомлолары Салауат Юлаев исемендә призға ярышты. Һыбайлылар араһында Баймаҡ, Шишмә, Иглин райондарынан килеүселәр ҙә булды. Бәйге кубогын Иглиндән Айгөл Нафиҡова яуланы. Ҡыҙҙың был тәүге уңышы түгел.
Ат ярышында халыҡ байтаҡ ине. Хатта сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар булды. Бәйгегә тамашасы ярыш өсөн түгел, ә сабыштың матурлығын ҡарарға килеүен билдәләй.
140 мең һумлыҡ «Өфө бәйгеһе» тип исемләнгән призға 8 һыбайлы һынау тотто. Уларҙың барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, шулайҙа еңеүҙе йәнә иглин районы вәкилдәре яуланы

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика