Футбол буйынса Премьер-лиганың сираттағы турында «Өфө» клубы Ҡазандың «Рубин»ы  менән осрашты 01.09.2014

Татарстандың баш ҡалаһында уҙған уйын тулыһынса майҙан хужалары өҫтөнлөгө менән үтте.

Спорт белгестәре лә уңыш ике тапҡыр Рәсәй чемпиондары яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Иҫәпте лә беренсе тайм аҙағында Ринат Биләлетдинов дружинаһы асты. Тәнәфестән һуң да улар бер-бер артлы һөжүм итте. Шуға ҡарамаҫтан, осрашыу аҙағында яҡташтарыбыҙ яуап тубы индерә алды. «Өфө» клубының иң мәргән футболсыһы  Марсиньо иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә уйын 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе турҙа Игорь Колыванов тәрбиәләнеүселәре үҙ майҙанында Екатеринбургтың «Урал» командаһын ҡубул итәсәк.  Осрашыу 20 сентябрҙә уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика