Футбол буйынса премьер-лига командаларының оҙайлы каникулдары аҙағына яҡынлашты

Футбол буйынса премьер-лига командаларының оҙайлы каникулдары аҙағына яҡынлашты 14.01.2015

«Өфө» клубы быйылғы тәүге күнекмәләрен үткәреү өсөн иртәгә Кипрға юллана.

Айя-Напа ҡалаһында улар өс контроль уйын үткәрергә иҫәп тота. Сит илгә Виллиам де Оливейранан тыш, составтағы барлыҡ футболсылар ҙа осасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, клуб етәкселеге Бразилия вәкиленән баш тартырға ниәтләй. Шулай уҡ командала яңы килгән уйынсылар ҙа бар. Кипрҙа үҙ оҫталыҡтарын Калининградтың «Балтика»һынан Дмитрий Зинович менән Дмитрий Стоцкий, Болгариянан Олег Шалаев һәм Финляндия клубтарының береһенән  Александр Тумасян күрһәтә. Бынан тыш, баш тренер Игорь Колыванов йыйынға йәштәр командаһынан Олег Купряковты ла саҡырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика