Өфөнөң 159-сы мәктәбендә күп функциялы спорт майҙансығы асылды 24.05.2017

Физкультура-спорт комплексы һигеҙ майҙансыҡтан тора. Мәктәп уҡыусылары хәҙер бер үк ваҡытта баскетбол, футбол уйнай һәм йүгерә ала. Шулай уҡ бында тренажер майҙансыҡ, туристик полигон булдырылған.

Әйткәндәй, махсуслаштырылған полигон Өфөлә берҙән-бер иҫәпләнә. Спорттың был төрө менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙар-малайҙар ярыштарға быға тиклем спорт залында әҙерләнергә мәжбүр булған. Бөгөн улар республика ярыштарына ныҡлы әҙерләнеү мөмкинлеге булдырылыуына һөйөнә.  
Майҙансыҡты тантаналы асыуҙан һуң, мәктәп командалары араһында ярыш ойошторолдо. Уҡыусылар ГТО нормаларын үтәү буйынса үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Әйткәндәй, ошо уҡ проект буйынса республиканың төрлө район-ҡалаларында 112 миллион һумға күп функциялы 24 спорт майҙансығы булдырылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика