Өфөлә судьялар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте

Өфөлә судьялар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте 20.05.2017

Ярыш республика суд системаһы ойошторолоуға 95 йыл тулыуға арналды. Юбилей йылы уңайынан ҡышҡыһын ведомство вәкилдәре үҙ-ара бильярд, волейбол, саңғы ярыштарында бәйге тотҡайны.

Мини-футбол кубогы өсөн Өфө, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Краснокама райондарынан килгән ун команда араһында көрәш ҡыҙыу барҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай ярыштар тәү сиратта сәләмәт тормошто пропагандарға ярҙам итә. Шулай уҡ ул суд системаһы хеҙмәткәрҙәрен көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика