Өфөлә шорт-трек буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙың икенсе этабы дауам итә 24.10.2015

Еңеүселәр дүрт йүнәлеш буйынса асыҡлана. Биш йөҙ, мең, мең ярым метрға уҙыш  һәм  шулай уҡ эстафетала иң көслөләр билдәләнә. Уңышлы сығыш яһаусылар  Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһау хоҡуғын ала. Ил күләмендә шорт-трек буйынса спорт мәктәптәренең ябылыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уға иғтибар кәмемәй. Елистратов менән Захаров төрлө кимәлдә үткән ярыштарҙа республика данын даими яҡлап килә. Әммә йәш көстәргә лә ихтыяж һиҙелә. Рәсәй кубогына ярыш уҙғарыу яңы спортсыларҙы табып, уларҙы артабан үҫтерергә ярҙам итәсәк тигән фекерҙә белгестәр.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика