Өфөлөләр ял көндәрендә өйҙә ултырмай тәбиғәткә сыға 05.03.2016

Башҡалабыҙҙа ял көнө байрамы үткәрелде. «Юғалтыуҙарһыҙ» тип аталған программа сиктәрендә һыбай , ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү,футбол, волейбол,рейслинг кеүек спорт төрҙәрендә ярыштар ойошторолдо. Тәбәғәттә ял итергә яратыусылар ялан ашханаһы әҙерләгән аш-һыуҙан да ауыҙ итте. Байрамда ҡатнашыусы ғаиәләләрҙең  бәләкәй балаларына аниматорҙар ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар үткәрҙе.

Ял көнө байрамы  Республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелә. «Юғалтыуҙарһыҙ» хәйрийә фонды ойошторған сарала дини ойошмалар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Был байрамда йыйылған аҡсалар ауыр сирҙәргә дусар булған балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Бынан тыш хәйрмйә фонды яман шеш менән интегеүсе бәләкәстәргә лә ярҙам ҡулы һуҙа.  Мәрхәмәтлеккә һәм йомартлыҡҡа ҡоролған  сара ерле  халыҡ араһында ғына түгел, ә башҡалаға килеүсе ҡунаҡтар араһында ла  билдәле.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика