Өфөлә билбау көрәше буйынса республика йыйылма командаһына һайлап алыу ярыштары үтә

Өфөлә билбау көрәше буйынса республика йыйылма командаһына һайлап алыу ярыштары үтә 05.09.2015

Яҡшы сығыш яһаусылар октябрҙә Ҡазанда үтәсәк ил чемпионатында ҡатнашасаҡ. Рәсәй турнирында еңеү яулаусылар иһә донъя кимәле ярыштарына эләгәсәк.

Алышта еңеү башлыса спортсының техникаһы яҡшы булыуҙан тора. Бының өсөн көрәшселәр алымдарҙы күнекмәләрҙә ҡат-ҡат ҡабатлай. Ләкин ярышташың тәжрибәле булған осраҡта был ғына етмәүе мөмкин. Алыш тактикаһын дөрөҫ һайлау ҙа бик мөһим.
Радмир Бикмаев, ярышта ҡатнашыусы /Шаран районы/: «Мин баштан уҡ икенсе номер булып эшләргә йыйынғайным. Йәғни ярышташымдың хата ебәреүен көттөм. Ул яңылышҡас контратака үткәреп салҡан йыҡтым».
Эмоциялар келәмдә генә түгел, көйәрмәндәр араһында ла ҡайнай. Әле улар ҡыҙҙар өсөн янып-көйә. Гүзәл заттарға ла келәмдә бөтә көсөнә көрәшергә тура килә, кире осраҡта йыйылма командаға ишек асылмай. Спортсылар араһында конкуренция ҙур, баш ҡалаға бөтә республиканан иң көслөләр йыйылған.
Һайлап алыу ярышынан инде абруйлы көрәшселәр ҙә ситтә ҡалмай. Мәҫәлән ике тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев республиканың йыйылма командаһына былай ҙа эләгә. Тик егет барыбер келәмгә сығырға тигән ҡарар ҡабул итә.
Тренерҙар тап ошо егеттәрҙең яҡшы сығыш яһаясағына өмөт итә, спортсылар ҙа һынатмаҫҡа тырыша. Бай титулдар коллекцияһы булған көрәшселәр ярышҡа етди ҡарай, бында улар яҡшы формала килгән. Һәм үҙҙәренең йыйылма командаға эләгергә лайыҡлы булыуын келәмдә иҫбатларға әҙер.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика