Өфөлә 2002 йылда тыуыусы үҫмерҙәр араһында футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы туры тамамланды

Өфөлә 2002 йылда тыуыусы үҫмерҙәр араһында футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы туры тамамланды 04.07.2014

Ярышта баш ҡаланан «Өфө» һәм «Футбол академияһы», шулай уҡ Мәләүез, Салауат һәм Миәстән 5 команда ҡатнашты.

Ярышта баш ҡаланан «Өфө» һәм «Футбол академияһы», шулай уҡ Мәләүез, Салауат һәм Миәстән 5 команда ҡатнашты.

Вадим Әхмәтов, «Өфө» футбол командаһы мәктәбе директоры: «Турнир бик яҡшы үтте. Уйын көсөргәнешле барҙы. Иң мөһиме, балалар ысын күңелдән уйнаны».
Төп матчта беренселек өсөн «Өфө» һәм «Футбол академияһы» командалары уйнаны. Еңеүҙе берҙән-бер гол менән «академиктар» яуланы. Өсөнсө урын Мәләүез ҡалаһынан «Башбетон» командаһына бирелде. Тур һөҙөмтәләрен уңышлы тип атарға мөмкин. «Өфө» командаһының иң яҡшы уйынсыһы тип Михаил Карманов иғлан ителде.
Михаил Карманов, «Өфө-2002» командаһы уйынсыһы: «Күнекмәләргә Благовещен ҡалаһынан Өфөгә йөрөйөм. Быға тиклем запаста инем. Уйын барышында ныҡ тулҡынландым, сөнки беренсе матч яуаплы булды».


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку