Өфө клубының йәш футболсылары быйылғы миҙгелде тамамланы 27.05.2015

Һуңғы турҙа Сергей Томаров дружинаһы үҙ майҙанында Ҡазандың «Рубин»ын ҡабул итте.    

Күрше республика вәкилдәре уйынды әүҙем башланы. Һөҙөмтәлә улар шундай уҡ иҫәпте асыуға өлгәште. Яҡташтарыбыҙ беренсе тайм уртаһында ғына һөжүмгә күсте һәм ҡағиҙәне боҙған өсөн дәғүәселәр ҡапҡаһына пенальти тәғәйенләнде. Бындай мөмкинлекте Дмитрий Голубов оҫта файҙаланды. Әммә тәнәфестән һуң өҫтөнлөк тулыһынса ҡунаҡтар яғында булды. Улар осрашыу аҙағына тиклем тағы ла ике туп индерҙе. Шулай итеп «Рубин» командаһы 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Өфө клубының йәш футболсылары миҙгелде 15-се баҫҡыста тамамланы. Ә шәмбе төп командалар Саранск ҡалаһында осраша. Уйын Башҡортостан юлдаш каналында көндөҙгө сәғәт дүртенсе яртыла башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика