Өфөгә ҡәҙәр саңғыла 26.02.2015

Бер төркөм саңғысы биш йөҙҙән ашыу саҡрым тәшкил иткән маршрут буйлап юлға сыҡты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә,   Баймаҡ вәкилдәре 1935-се һәм 1975-се йылдарҙағы  саңғы юлын ҡабатлай. Был юлы спорт һөйөүселәр марафонды Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына бағышлай.

Саңғы маршрутына ете кеше һайлап алына. Уларҙың барыһы ла оҙаҡ йылдар спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара. Күптәренең хеҙмәт юлы спорт менән бәйле. Айҙар Ишбулатов иһә, Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре. Баймаҡ комсомолецтары маршрутын ҡабатлау тураһында ишеткәс тә теләп ҡатнашырға була.
Төркөмдәге иң йәш ҡатнашыусы Ҡолсора ауылы мәктәбенең саңғы түңәрәге тренеры Азат Сыңғыҙов. Уға егерме биш йәш. Ә бына иң оло ҡатнашыусы ‐Баймаҡ ауыл хужалығы коледжы уҡытыусыһы Хәйҙәр Моталлаповҡа апрелдә 55 йәш тула.
Оҙатыу тантанаһында сығыш яһаусылар саңғысыларға матур теләктәрен еткерҙе, оҙон юлды имен‐һау үтеп ҡайтыуҙарын теләне. Еңеү өсөн һәләк булғандар һәйкәленә гөлләмәләр һалынды,  минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Райондың әүәлге актив комсомолецтары, тап ошо маршрутты ойошторорға тәҡдим итеүселәр ҙә саңғысыларҙы дәррәү оҙатып ҡалды.
Райондың хөрмәтле аҡһаҡалы Исмәғил Латыпов Еңеүҙең утыҙ йыллығына арналған маршруты етәкләүсе, мәрхүм Вилүр Рәхимғолов хаҡындағы китапты егеттәргә бүләк итте.  Район имам‐хатибы Хәмзә Хафизов оҙон юлға доға ҡылып аҡ юл теләне. Саңғысылар республиканың биш районы аша үтеп Өфөлә бишенсе мартҡа барып етергә ниәт итә. Баш ҡалала улар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ. Бөгөн саңғысыларҙы Бөрйән районының Байғаҙы ауылында ҡаршы алдылар.
Саңғы маршрутында ҡатнашыусылар бөгөн Бөрйән районына барып етте. Спортсыларҙы тәүге булып Байғаҙы ауылы халҡы ҡаршы алды. Марафондың беренсе көнөндә саңғысылар 40 километр араны  артта ҡалдырҙы. Баш ҡалаға юлланыусылар әйтеүенсә, тәүге саҡрымдар еңел бирелгән. Ир-егеттәрҙең барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Улар ҡатмарлы һынауҙы уңышлы үтерҙәренә ышана.
Байғаҙы ауылында саңғысылар мәктәп уҡыусылары менән осрашты.  Марафондың маҡсаты, юлдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр менән таныштырҙы. Концерт номерҙары менән үрелеп барған фәһемле сара һәр кемдең күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.  Спортсылар шулай уҡ ветерандар менән күрешеүҙе лә оло яуаплылыҡ тип иҫәпләй. Байғаҙы ауылында улар Зәкәриә Динисламов менән осрашты, оло быуын вәкиленә  бүләк тапшырҙы. Сәләмәт тормош алып барыусылар Бөрйән районында тағы ла өс көн булып, артабан Ишембай районына юлланасаҡ.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика