Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы призына милли көрәш буйынса турнир үтте 03.11.2015

Быйылғы бәйге еңеүсеһенә еңел автомобиль асҡысы тапшырылды.

Республика көрәшселәре араһында күптән инде ҙур абруй ҡаҙанған был бәйге һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле үтә. Сөнки абсолют чемпион ярыштан өр-яңы автомобилдә ҡайта. Быйылға тиклем мэр кубогы 12-се  июндә Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөндә ойошторолоп килде. Әммә был юлы ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан  үтте.
Ҡиммәтле бүләк үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә еңеүсе көрәшселәр араһында уйнатылды. Бының өсөн залдан иң йәш көйәрмән саҡырылды. Һөҙөмтәлә «Лада Гранта»ға  Артур Шәрәфетдинов лайыҡ булды. Бынан тыш, Рәмил Ғәлимов, Альберт Рәхмәтуллин, Илдар Моратов һәм Рәдиф Аҡсуриндар үҙ категорияларында беренсе урындарҙы яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика