Ейәнсура район үҙәгендә саңғы буйынса турнир үтте 07.03.2017

Ярышта бәләкәй балалар, уҡыусылар, ауыл биләмәләре вәкилдәре, район үҙәге ойошмалары көс һынашты.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, 2000 йылдан уҙғарылған бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Быйылғыһы 11 йәштән 66 йәшкәсә йөҙләп спорт һөйөүсене берләштерҙе. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Һуңғы йылдар дауамында пьедесталға тик Күгәрсен, Муйнаҡ һәм Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары күтәрелә. Спортсылар әле лә  һынатманы, тәүге урындарҙы бүлеште. Әйткәндәй, уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең йәш категорияһында яҡшы һөҙөмтәгә ирешеп, уҡыусыларына өлгө күрһәтте. 40-50 йәшлектәр араһында Йәғәфәр Хәсәнов финишҡа тәүгеләрҙән булып килһә, 51-60 йәшлектәрҙән Ирәндек Әбделғужин - беренсе, ә Илсур Төхвәтуллин икенсе урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, бәйгегә күрше Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы командаһы ла килгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика