«Ебәк юл» исеме аҫтында халыҡ-ара ралли республика биләмәһе аша 10-11 июлдә уҙа

«Ебәк юл» исеме аҫтында халыҡ-ара ралли республика биләмәһе аша 10-11 июлдә уҙа 07.07.2016

8 июлдә Мәскәүҙән старт алған автоуҙыш Ҡаҙағстан аша үтеп, Пекинда тамамлана.

Колонна составында 90 еңел, 30 йөк машинаһы, 150 ярҙамсы автомобиль, һауа транспорты. Раллиҙа 35 илдән 1 мең 650 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уҙышсылар Башҡортостанға Татарстан аша  инеп Өфөлә тәүге туҡталыш яһай. «Өфө» аэропорты эргәһендә палатка ҡаласығында төн үткәреп, Учалы районына юғары тиҙлектәге юл учаскаһына уҙа. Башҡортостанда ралли үткән трассаларҙа хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә. 11 июлдә автоколонна Силәбе өлкәһе сиген үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика