Еңеүгә тиклем йөҙөү! 27.02.2016

Ошондай девиз аҫтында бөгөн Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә ҡышҡы йөҙөү буйынса марафон старт алды. Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүгә арналған сара теүәл бер тәүлек дауам итә. Сәләмәт тормош алып барыусыларҙың һәр береһенә 500 йөҙ метрға тиклем йөҙөргә тура киләсәк.  

Балтас районынан килгән Дамир Гәрәев ҡышҡы йөҙөү менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Һыуға инер алдынан иң беренсе тәнде яҙыу мөһим, ти спортсы. Бының өсөн ул боҙ өҫтөндә төрлө күнекмәләр яһауға ҙур иғтибар бүлә. Шулай уҡ еңелсә йүгереп килеү ҙә артыҡ түгел. Бары шул саҡта ғына үҙеңде һыуҙағы балыҡ кеүек тояһың, ти йөҙөүсе.
Ҡышҡы йөҙөү буйынса марафон бөгөн илдең күп кенә төбәктәрендә старт алды. Өфөлә уны ойоштороу урыны тип Яҡутов паркындағы "Һалдат күле" һайланды. Был ярыштар үҙенә күрә эстафета тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Сөнки унда ҡатнашыусылар тиҙлеккә түгел, ә 24 сәғәт дауамында бер-береһен алмаштырып торорға тейеш.
Эстафетала барлығы 300-гә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында хатта,  илдең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр бар. Әйткәндәй, ҡышҡы йөҙөү менән йәштәр ҙә, оло быуын вәкилдәре бик теләп шөғөлләнә. Боҙло һыу йәшлекте оҙонайта, сәләмәт ғүмер бүләк итә, ти улар.
Эстафетала ҡатнашыусылар өсөн яр буйында мунса ла яғып ҡуйылған. Бәлки тап шуның өсөн  көйәрмәндәр араһында ла  боҙло һыуға төшөргә тәүәкәл итеүселәр табылып ҡына торҙо. Ә инде иң сыҙамлылар ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика