Даниил Квят Британияның «Автоспорт Авардс» журналының «2014 йылғы дебютанты» исеменә тәҡдим ителде 29.10.2014

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тыуып үҫкән спортсы Даниил Квят Британияның Autosport Awards журналының «2014 йылғы дебютанты» исеменә тәҡдим ителде.

Йыл һайын тапшырыла торған премия автоспорт өлкәһендә иң абруйлыларҙан һанала. Награданы Британияның 1950 йылдан сығып килгән Autosport Awards журналы булдырған. Журналдың лауреаттары 1982 йылдан, ә йыл дебютанттары  2000 йылдан билдәләнеп килә. Тәүҙә абруйлы премияға Дженсон Баттон, 2006 һәм 2007 йылдарҙа  Льюис Хэмилтон, ә 2008-ҙә  Себастьян Феттель лайыҡ булған. Быйыл премияны тапшырыу тантанаһы 7 декабрҙә Лондонда үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика