Дәүләт думаһы депутаты,  күп тапҡырҙар паралимпия  уйындары чемпионы Рима Баталова һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тренажер залы, велосипед юлы, теннис өҫтәле  бүләк итте 10.09.2015

Республиканың  Баҡалы һәм Туймазылағы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар мәктәп-интернатында  Дәүләт  Думаһы депутаты менән осрашыу үтте. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар  «Чемпион тәрбиәләү» хәйриә проекты сиктәрендә  тормошҡа ашырыла.

Осрашыуҙа тырыш һәм ныҡышмалдарға  бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ, тип билдәләнде. Тренажер залы бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған, унда интернат тәрбиәләне-селәре  һаулығын нығыта ла башлаған.  Теннис өҫтәле янында ла  уйындар ҡыҙыу бара. Балалар Дәүләт думаһы депутатына рәхмәтен белдерҙе. Ә ул үҙ сиратында  үҫмерҙәрҙең киләсәктә  чемпион титулдарын яулауын теләне.
Рима Баталова, дәүләт думаһы депутаты, күп тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы: «Мин  был егет һәм ҡыҙҙарҙан беҙҙең чемпиондар үҫер тип өмөтләнәм, ышанам. Улар беҙҙең йыйылма командала буласаҡ. Спорт менән шөғөлләнеү модала. Ул сәләмәт йәшәү рәүеше, һау милләт, беҙҙең  киләсәгебеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика