Быйыл социаль туризм йүнәлеше буйынса Башҡортостанда 6694 сертификат бирелгән, уларҙың 6574 файҙаланылған 12.12.2015

Йыл һайын пенсионерҙар һәм башҡа социаль ҡатламдар өсөн тәғәйенләнгән турҙар ҙа киңәйә. Исемлеккә сит ил курорттары, Ҡырым ярымутрауы һәм илдең башҡа төбәктәре лә инә.

Социаль туризм программаһы буйынса өсөнсө йыл эшләүсе «Әй» шифаханаһы быйыл 100-ҙән ашыу кешене ҡабул иткән. Субсидиялы путевка буйынса ял итеүселәр үҙҙәрен бер ҙә кәмһетелгән итеп тоймай, уларға шулай уҡ тейешле иғтибар бүленә,  тейешле процедуралар ойошторола. Программа айырыуса хаҡлы ялдағыларға  һаулыҡтарын нығытыу менән бергә ял итеү мөмкинлектәре аса.
Дыуан районы буйынса социаль туризм сиктәрендә ял итеүселәргә шулай уҡ туристик маршрут та тәҡдим ителә. Ҡунаҡтар «Мәңге оран» фильмы төшөрөлгән урындарҙы,  ҡурғандарҙы, көкөртлө шишмәне һәм башҡа археология һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы күрә ала. Социаль туризм программаһына инеү өсөн йәшәү урыны буйынса социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.  
Марина Вәлиева, «Әй» шифаханаһының бүлек етәксеһе: «Беҙ социаль туризм буйынса ике программа тәҡдим итәбеҙ - ул туризм һәм һауыҡтырыу. Ғәҙәттә, ял итеүселәр медицина процедураларын һайлай, дауалау беҙҙә юғары кимәлдә ойошторола».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика