Был спорт ҡурҡаҡтар өсөн түгел 23.02.2015

Бөгөн һәүәҫкәр хоккейсылар Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан боҙ майҙансығына йыйылды. Ярыш ике йәш төркөмө - 10-12 һәм 12-14 йәшлек үҫмерҙәр араһында барҙы.

Үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәгән турнир көсөргәнешле барҙы. Боҙ майҙансығын барлығы һигеҙ команда яуларға тырышты. "Сәнәғәт үҙәге" командаһы уйынсыһы Рөстәм Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, хоккейҙа шайбаны бер-ике секундҡа ғына күҙ уңынан ысҡындырыу ҙа команданы еңелеүсе хәлендә ҡалдырыуы ихтимал. Еңеү-еңелмәү күп осраҡта ҡапҡа һаҡсыһынан тора. Бишенсе йыл сәкән һуҡҡан егет иңенә төшкән яуаплылыҡты яҡшы аңлай.
Хоккейҙа конькиҙа дөрөҫ тиҙлек йыя белгәндә, сәкән менән оҫта эш иткәндә уңышҡа өлгәшеп була. Иғтибарһыҙлыҡ ғәфү ителмәй. Шул уҡ ваҡытта икенсе команда уйынсылары менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булыу зарур.
Ғәҙәттә, спорт менән әүҙем шөғөлләнғән бала маҡсатына ирешеүсән була. Уға теүәл фәндәр еңел бирелә. Шуға ла йәш хоккейсыларҙың күбеһе - уҡыу алдынғылары. Тренерҙар үҫмерҙәрҙе шайба артынан ҡыуырға ғына түгел, физик эшкә лә өйрәтә икән.  
Ойоштороусылар фекеренсә, уйынсыларҙың оҫталығы йылдан-йыл яҡшыра. Был, әлбиттә, һуңғы йылдарҙа республикала боҙ майҙансыҡтарының күбәйеүенә бәйле. Өфөнөң Киров районында ғына улар ике тиҫтәгә яҡын. Әйткәндәй, бындай турнирҙар дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Маҡсаттар ҙа изге.
Шуныһы ҡыуаныслы, баш ҡалала спортты үҫтереү, боҙ майҙансыҡтарын төҙөү бағыусылар ярҙамында яйға һалынған. Киров һәм Ленин райондары ихата командалары араһындағы бөгөнгө турнирҙы финанслау мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде, ти ойоштороусылар.
Һаҡлаусылар көнө уңайынан бында ысын әрме майҙансығы ла ойошторолдо. Йәш хоккейсылар уйнап ҡына ҡалманы,һалдат бутҡаһын да тәмләп ҡараны. Әлбиттә, йылы сәйҙән дә бер кем дә баш тартманы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика